Башҡорт теле иманлы тел.
Декабрь 7, 2021
Просмотров: 236
Башҡорт теле көнө һәм күренекле башҡорт шағиры, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуына 190 йыл тулыу уңайынан 7 декабрҙән 14 декабргә тиклем беҙҙең мәктәптә лә йөкмәткеле саралар уҙғарыу ҡаралған.
Бөгөн 7 декабрь “Башҡорт теле көнө – 2021” башланды. Ул бөйөк Аҡмулланың “Нәсихәттәрен”дә билдәләнгән ете рухи ҡиммәткә таянып, «Башҡорт теле – иманлы тел» девизы менән үтте.
5-се класта “Аҡмулла –яҡтылыҡ йырсыһы” темаһына дәрес үткәрелде. Аҡмулланың тормошо һәм ижады менән танышып, шиғырҙарын уҡыныҡ. Уҡыусылар “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын йырланылар.
7-8-се кластарҙа ла “Аҡмулла-һәр заманда хаҡ мулла” темаһына дәрес үткәрелде. Иманлы кеше ниндәй була һорауына уҡыусылар үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Дәрес барышында һығымта яһалды: иманлы кеше ҡамиллыҡҡа ынтыла, ярамаған һүҙҙәр һөйләмәй, кешеләрҙе кәмһетмәй, һ.б. Дәрес аҙағында "Каруанһарай" төркөмө башҡарған караокеға ҡушылып ” Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” йырын башҡарҙыҡ.
Тәнәфес мәлдәрендә лә мәктәптә башҡорт йырҙары яңғырап торҙо.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлләмова Гөлүсә