«Халыҡ шағиры»
Февраль 17, 2023
Просмотров: 49
17 февралдә Дүртөйлө ҡалаһының Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһында Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған «Халыҡ шағиры» республика әҙәби-ижади конкурсы үтте.
Тәүҙә ситтән тороп һайлап алыу этабы үтте . Беҙҙең мәктәптән конкурста 5 уҡыусы ҡатнашты. Конкурста ҡатнашыусыларҙың иң күп бал йыйыусылар араһында икенсе этапҡа Ғәйфуллина Анастасия саҡырылды. Был сара 5-11-се класс уҡыусылары өсөн «Әҙәби ижад», «Н.Нәжми шиғырҙарын яттан һөйләү», «Ғилми-тикшеренеү эштәре», «Н.Нәжми һүҙҙәренә яҙылған йырҙар», башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн «Иң яҡшы методик эшкәртмә» номинациялары буйынса үткәрелде.
«Шағир булып китеү мөмкин түгел, шағир булып кәрәк тыуырға!» тип исемләгән йомғаҡлау этабында 7б класс уҡыусыһы Ғәйфуллина Анастасия призлы урын алды. Уны яулаған уңышы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлләмова Г.Р.