“Урал батыр”
Февраль 17, 2022
Просмотров: 235
“Урал батыр” эпосы - төрлө телдәрҙә
17.02.2022 Илеш районының үҙәк китапханаһы шиғриәт,әкиәт һөйөүсе балаларҙы йәнә үҙ залына йыйҙы. Уҡыусылар “ Башҡорт халыҡ эпосы “ Урал батыр” ҙы уҡыйбыҙ” тип исемләнгән III төбәк-ара акцияһында ҡатнашты . Сараны бик эстәлекле итеп Вәлиева Әлфиә алып барҙы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, педагогик хеҙмәт ветераны Ғәлиева Ғәлимә Мансур ҡыҙы эпостың асылын, мәғәнәһен аңлатты.
Беҙҙең мәктәптән был сарала 5-се класс уҡыусыһы Шаймурзина Ильнара ҡатнашып, бик матур сығыш яһаны.
Уҡыусылар эпосты башҡорт, татар, урыҫ, марый, инглиз телдәрендә һөйләп ишеттерҙе. Сара һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Был фәһемле осрашыу балалар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлләмова Г.Р.