1. Ученикам
  2. Новости
  3. “Дуҫыңа башҡорт теле тураһында һөйлә”

“Дуҫыңа башҡорт теле тураһында һөйлә”

Декабрь 13, 2021 Просмотров: 231
13 декабрь -"Ете аҙым" марафонының  етенсе  көнө. Көн девизы " Башҡорт теле- ихлас тел" 
Йылы һүҙең, ихлас йөҙөң булһын, тип әйтәләр.Ихлас кеше ниндәй була? Ул саф күңелле,эскерһеҙ, ярҙамсыл,  икейөҙлөлөк уға ят нәмә. Уның күңеле кешеләргә һәр ваҡыт асыҡ,... 
       Бөгөн шиғыр яҙыусылар конкурсының еңеүселәре билдәләнде. Кемдәр һуң улар? 
1-се урында:  Шәмсиева  Илиана 9-сы а класс.
2-се урында: Ялалова Ләйлә 10-сы класс, Гәбделхакова Гүзәл 10-сы класс, 8а класс уҡыусылары
3-сө урында: 6б, 7б, 8б класс уҡыусылары  (күмәкләп яҙылған шиғырҙар)

      “Дуҫыңа башҡорт теле тураһында һөйлә”  видеороликтар конкурсында яңғыраған һүҙҙәр:
-Башҡорт теле башҡорт халҡының һөйләшеү  теле.
-Башҡорт теле Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле . 
- Башҡорт телендә уҡыу әсбаптары, нәфис һәм публицистик әҙәбиәт нәшер ителә, гәзит һәм журналдар сыға, телевидение һәм радио тапшырыуҙары алып барыла, театрҙар эшләй.
- Донъяла башҡорт телендә 1,2 млн кеше һөйләшә.
- Башҡортостан Республикаһынан тыш башҡорт телендә Силәбе, Ҡурған, Пермь, Свердловск, Ырымбур, Һамар, Һарытау өлкәләрендә йәшәгән башҡорттар һөйләшә. 
- Телебеҙ барлыҡ халыҡтың яҡлауына мохтаж.Ул Европа телдәренең ҡыҙыл китабына индерелгән.
-Тел – ул халыҡтың мәңге тере тарихы. Телен ҡәҙерләгән халыҡ – хөрмәтле, абруйлы халыҡ. 
-Башҡорт телен яратып өйрәнәм. Танылған, күренекле башкорт шәхестәре тураһында күберәк белергә тырышам. 

-  Туған телебеҙҙе  яратайыҡ, өйрәнәйек , ҡәҙерләйек һәм данлайыҡ. Беҙ Башҡортостандың киләсәге!
                          Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлләмова Гөлүсә