12 декабрь -"Ете аҙым" марафонының алтынсы көнө.
Декабрь 12, 2021
Просмотров: 250
12 декабрь -"Ете аҙым" марафонының алтынсы көнө. Көн девизы
" Башҡорт теле- сабырлыҡ теле"
Халҡыбыҙҙың борондан килгән асыл сифаттарҙың береһе- сабырлыҡ.Кешелә тыйнаҡлыҡ, сабырлыҡ- рухи ҡиммәттәрҙең береһе.
*Сабыр эшен бөтөрөр, ҡауҙыр үҙен бөтөрөр.
*Сабырлы булһаң, уңырһың.
*Сабырлыҡтың төбө һары алтын.
*Сабырлыҡ - алтын ҡәлғә, ҡыҙыулыҡ - башҡа бәлә.
*Сабырлыҡ - сәләмәт, сабырһыҙлыҡ - һәләкәт.
9 декабрь көндө мәктәпкә 6-7 һәм 9-11 кластарҙың тамаша залында үткәрелгән класс сәғәтенә РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, педагогик хеҙмәт ветераны Ғәлиева Ғәлимә Мансур ҡыҙы килде . Хөрмәткә лайыҡ булған ветеран уҡытыусы уҡыусыларға бөйөк Аҡмулланың “Нәсихәттәрен”дә билдәләнгән ете рухи ҡиммәттең асылын, мәғәнәһен аңлатты.
Һуңынан башҡорт телендә сыҡҡан гәзит , журналдар менән таныштырып үтте. Ике тиҫтәгә яҡын (“Башҡортостан”, “Йәншишмә”,”Йәшлек”, “Киске Өфө” ,”Ағиҙел”, “Аҡбуҙат”,” Аманат”, “ Башҡортостан ҡыҙы”, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “ Ватандаш”...һ.б) гәзит -журналдарға белешмә бирҙе. Мәктәпкә “Йәншишмә” гәзитенә яҙылыу квитанцияһын бүләк итте.
Абруйлы уҡытыусыны уҡыусылар бик йылы ҡабул итте, иғтибар менән тыңланылар.Класс сәғәте һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Был фәһемле осрашыу балалар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр. Алда ла ошондай осрашыуҙар булып торһон.Рәхмәт һеҙгә, ғүмер буйы уҡыусыларығыҙға төплө белем, әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәр өләшкән уҡытыусы, Ғәлимә Мансур ҡыҙы!
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлләмова Гөлүсә