1. Ученикам
  2. Новости
  3. "Башҡорт теле - шөкөр теле"

"Башҡорт теле - шөкөр теле"

Декабрь 10, 2021 Просмотров: 160
10 декабрь - "Ете аҙым" марафонының дүртенсе көнө " Башҡорт теле- шөкөр теле" девизы менән үтте. Һәр класта уҡыусылар менән “ Нимә ул шөкөр итеү ? Ә һеҙ шөкөр итә беләһегеҙме?” темаһына әңгәмә ойошторолдо.
      Әллә артыҡ рәхәтлектән, бәләкәй генә шатлыҡтарҙы күрә белмәйбеҙ, булғанына шөкөр итә белмәйенсә, артығын, күберәген теләйбеҙ. Шөкөр итә белеү –ул-тормошта булғандарға сабырлыҡ һәм ризалыҡ менән ҡарау. «Сабыр төбө - һары алтын», тип юҡҡа ғына әйтелмәй халыҡта. 
     Башҡорт дискотекаһында 2-се А  класс уҡыусылары өҙҙөрөп бейенеләр . Улар марафондың  иң әүҙем ҡатнашыусылары. Класс етәксеһе Мәрдамшина Гөлшат Хәдимулла ҡыҙы.