1. Ученикам
  2. Новости
  3. 9 декабрь - "Ете аҙым" марафонының өсөнсө көнө " Башҡорт теле- аҡыл теле" девизы менән үтте.

9 декабрь - "Ете аҙым" марафонының өсөнсө көнө " Башҡорт теле- аҡыл теле" девизы менән үтте.

Декабрь 9, 2021 Просмотров: 155
    Бөгөн үҙидара көнөндә 10-сы һәм 11-се кластан ике уҡыусы Ғәзизова Ирина менән Ғәбделхакова Гүзәл 5-се һәм 7 –се кластарҙа  “Мәҡәлдәрҙә - халыҡ аҡылы” темаһына класс сәғәте үткәрҙеләр.
       “Аҡылдың ҡәҙере әҙәп менән”, ” Аҡылдың үлсәүе – һүҙҙә”,  “Аҡылдың юлдашы – бәхет”, “Аҡылдың ҡулы нәфсенең теҙгенен тотор”,   “Аҡылды сәсеп үҫтермәйҙәр”... һәм  башҡа аң-белем, тел,  әҙәп,  дуҫлыҡ темаһына мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен асыҡланылар. Мәҡәлдәрҙе һүрәттәрҙә һәм һандарҙа ҡаранылар. Сара мауыҡтырғыс, фәһемле булды. Уҡыусылар мәҡәлдәрҙең ҡыҫҡа, ләкин тәрән мәғәнәле булуына инанды., “Кем күберәк мәҡәл белә ?” конкурсында ла әүҙем, ихлас ҡатнаштылар.
   Афарин, уҡыусылар!
       

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлләмова Гөлүсә