Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада.
2025 йылдың 9-10 ғинуарында тәүге предмет олимпиадаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үтте. Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан Республикаһы мәктәптәренән 316 уҡыусы ҡатнашты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан 39-сы тапҡыр ойошторолдо. Быйылғы йылда беҙҙең Үрге Йәркәй 4 се урта мәктәбененә ике уҡыусы. Ахмарова Алина һәм Шамсиева Илиана районда еңеү яулап, республиканың һайлап алыу этабын үтеп, төбәк-ара олимпиада ла ҡатнашыу хоҡуғына эйә булдылар.
Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса Шәмсиева Илиана призер ( уҡытыусыһы Ғәлләмова Гөлүсә Раил ҡыҙы) булды.
Уҡыусыбыҙҙы мәртәбәле олимпиадала призлы урын алыуы менән ҡотлайбыҙ. Артабан да Илиана менән Алинаға уңыштар юлдаш булһын.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлләмова Г.Р.