Өфөлә “Мин - йәш Шәһитсы” башҡорт журналистикаһы медиамәктәбендә Азалия ҡатнашты.
28 октябрҙән 1 ноябргә тиклем Өфөлә “Мин - йәш Шәһитсы” башҡорт журналистикаһы медиамәктәбе эшләне. Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Биш көн дауамында республиканың төрлө райондарынан килгән балалар башҡорт телендә мәҡәләләр, әкиәттәр яҙырға, видеоға төшөрөргә һәм монтаж эшләргә өйрәнде Улар араһында Үрге Йәркәйҙең 4 - се дөйөм белем биреү мәктәбенән Фаздалова Азалия ла бар
Балалар төрлө мәҙәни объекттарҙа: театрҙа, музейҙарҙа, Матбуғат йортонда - журналистика менән туранан-тура бәйле урындарҙа булды.
Уҡыусылар өсөн шулай уҡ Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында хәрби журналистар менән осрашыу күҙалланған ине.
Бүләктәр, йәнле осрашыуҙар, ә иң мөһиме - Башҡортостан Журналистар союзы менән берлектә йәш ҡәләм оҫталарын әҙерләгән мәктәпте тамамлаусыларға "Йәш Шәһитсе" танытмаһы бирелде һәм медиамәктәп эшенең материалдары социаль селтәрҙәрҙә, республика баҫмаларында баҫыласаҡ.
Башланғыс кластар уҡытыусыһы Камалова Ф.Ф.