«Һаумы, һаумы, әкиәт!»
Апрель 26, 2022
Просмотров: 152
Районда «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсы
Әкиәт – ул халыҡтың уй-хыял емеше. Шуныһы мөһим: ул һәр саҡ изгелектең тантана итеүе, геройҙың еңеүе менән тамамлана.
Әкиәт геройы – халыҡтың яҡты һәм ҡанатлы хыялдарын үҙендә кәүҙәләндергән ыңғай персонаж. Тап бына ошо яғы менән әкиәт ҙур тәрбиәүи көскә эйә. Уның маҡсаты – талантлы балаларҙы асыҡлау, башҡорт телен, ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлау һәм тергеҙеү, үҫеп килеүсе йәш быуында тарихи һәм мәҙәни мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Беҙҙең мәктәптән 5се класс уҡыусыһы Шәймурзина Ильнара (Ғәлләмова Г.Р) “Өс ҡыҙ ” әкиәтен, ә 4в кластан Зайнағәтдинова Алена (Әхмәдишина И.Н.) “Йомарт ҡуян” әкиәтен һөйләне. Улар матур сығыш яһанылар . Афарин , ҡыҙҙар!