Ҡанатлы батыр
Республиканың төп телеканалының Тамыр студияһында Еңеү көнөнә арналған телемарафонында беҙҙең район мәктәбенән Ғәбделхакова Гүзәл ҡатнашты. «Еңеп ҡайтыу» тип аталған бер сәғәтлек эфирҙы Гөлгөнә Баһауетдинова һәм Динислам Абыҙгилдин алып барҙы.
“Данлы еңеү юлы үткән һалдаттарҙың батырлыҡтарын бергә иҫләйек! Тарих биттәрен бергә барлайыҡ! “-тип башланы улар башҡорт телендә алып барылған марафонды.
Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатовтың данын аҡларға йәш Шайморатовсы исемен ғорур йөрөткән егеттәр килгән. Йәш шайморатовсылар иңенә ысын патриот булыу, яҡшы уҡыу, спортта һынатмау бурысы һалынған. Студияла Үлемһеҙ полк парадында ҡатнашҡан 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусылары ла ҡатнашты. Шулай уҡ Р. Ғарипов исемендәге беренсе башҡорт республика гимназия-интернатының тарихты яҡшы белгән уҡыусыһы менән ирекмәндәр ойошмаһы ағзаһы Илгизә Йәрмөхәмәтова ла сығыш яһаны.
Гүзәл яҡташыбыҙ легендар летчик-штурмовик, 22 йәшендә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған Муса Гәрәев, уның юбилейы айҡанлы Илеш районында ниндәй саралар үткәнлеге тураһында һәм һуңынан үҙе ижад иткән “Ҡанатлы батыр” шиғырын һөйләп үтте. “Беҙ тыуған еребеҙҙе һәм илебеҙҙе бөтә донъяға танытҡан данлыҡлы осоусыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ! Ул бейек үрҙәр яулаһа ла , ябай , ғәҙел, ярҙамсыл кеше булып ҡалған һәм бөтә халыҡтың ихтирамын, һөйөүен,рәхмәтен тойоп йәшәгән,”- тип тамаланы һүҙен Илеш ҡыҙы Гүзәл.
Ғәлләмова Гөлүсә Раил ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.