1. Ученикам
  2. Новости
  3. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2022

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2022

Апрель 23, 2022 Просмотров: 111

Бөгөн, 23 апрелдә  ,,Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2022" акцияһына беҙҙең 4-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 5-11се синыф уҡыусылары  әүҙем ҡатнашты.
     8 синыфта төньяҡ-көнбайыш диалекты буйынса Муса Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи- мәҙәни үҙәк ағзаһы,райондың,, Ағинәйҙәр" йәмғиәте ойошмаһы етәксеһе Ғәлимә Мансур ҡыҙы Ғәлиева яҙҙырҙы.
  Диктанттың маҡсаты-башҡорт телен танытыу, белемлелек проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү.
Акция республикабыҙға исем биргән телде һаҡлауҙы һәм үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ул сит милләт вәкилдәренең телебеҙгә ҡарата ихтирамын арттыра, милләтебеҙҙе берләштерә, халыҡтар дуҫлығын сағылдыра
  Теләгебеҙгә  ирештек, беҙҙең мәктәп коллективы был акцияға ихлас ҡушылды.