1. Ученикам
  2. Новости
  3. “Кеше кешеләргә кәрәк булһын, бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын”

“Кеше кешеләргә кәрәк булһын, бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын”

Февраль 21, 2022 Просмотров: 456
21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
Бөгөн Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә беҙҙең мәктәптә лә асыҡ дәрестәр үткәрелде.
7а класында Рәми Ғарипов ижадынан “Кеше кешеләргә кәрәк булһын,
бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын” темаһы буйынса дәрестә шағирҙың тормошо , ижады менән танышып, “Кеше” шиғырына анализ яһалды. 
Рәми Ғарипов “ киләсәк кешеһен” нисек тасуирлай? һорауына яуап итеп уҡыусылар:“Киләсәктең матур кешеһе кешеләргә кәрәкле, янып эшләгән, ял итә белгән, үҙ эшенә ҡыуанған, алға ынтылған, халыҡ тураһында уйлап йәшәгән, ҡайғыларға баш эймәгән, бәхетле булырға тейеш”-тигән һығымта яһаны
Ошо һүҙҙәрҙе ҡулланып Рәми Ғариповҡа ҡылыҡһырлама биреп буламы?
( Рәми Ғариповтың тормошо, әлбиттә, еңелдәрҙән булмай. Ләкин ул тормошона һыҡранмай, ә иле, халҡы, теле тип янып, хыялланып йәшәй.)
Бар ғүмере хеҙмәттә үткән шағирҙың тормошо, ижады һеҙгә үрнәк булһын. Рәми Ғариповтың хеҙмәтен баһалағыҙ, онотмағыҙ, хөрмәт итегеҙ. Уңған, эшһөйәр, аҡыллы, булып үҫегеҙ. Тормошоғоҙҙо үҙегеҙ биҙәгеҙ, хыялланығыҙ, алға ынтылығыҙ, кешеләргә кәрәкле кеше булығыҙ!
                                                                       Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлләмова Г.Р.