1. Ученикам
  2. Новости
  3. Рәми Ғариповтың ижади мираҫы үлемһеҙ.

Рәми Ғариповтың ижади мираҫы үлемһеҙ.

Февраль 18, 2022 Просмотров: 349
Рәми  Ғариповтың  ижади мираҫы үлемһеҙ.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына – 90 йыл.Рәми Ғарипов - һүҙ оҫтаһы, тура һүҙле шағир,сағыу һәм ҡабатланмаҫ талант эйәһе.
Рәми Ғариповтың юбилейына арналған шиғриәт кисәһе беҙҙең мәктәптә 16-сы февралдә үтте. Кисәлә уның “Туған тел”, “Таш сәскә”, “Саған”, “Заман һынауы” һәм башҡа шиғырҙарын уҡыусылар башҡорт телендә һөйләп ишеттерҙе. Ғарипов шиғриәтендә башҡорт теле бөтә моңо, көсө, тәрәнлеге, һығылмалылығы менән яңғырай.
“Туған тел” шиғыры Рәми Ғарипов ижадының ғына түгел, ғөмүмән башҡорт, төрки әҙәбиәтенең алтын фондын тәшкил итә. Шиғыр тәржемә ителеп рус, белорус, украин, саха, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, мари, татар, удмурт һәм башҡа телдәрҙә берҙәй аһәңле, ғорур яңғырай. Рәми Ғарипов илдәрҙең, телдәрҙең, халыҡтарҙың  барыһының да тигеҙ үҫеш алырға хаҡлы булыуын, телдәрҙең тигеҙлеген яҡлаған  бөйөк шәхес.
                            Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлләмова Г.Р.