1. Родителям
  2. Новости
  3. Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған берҙәм дәрес.

Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған берҙәм дәрес.

Январь 23, 2026 Просмотров: 21
Үрге Йәркәй 4-се һанлы дөйөм урта белем биреү мәктәбендә Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған берҙәм дәрес уҙҙы.
Ғәли Соҡорой – башҡорт әҙәбиәте тарихында ҡабатланмаҫ тәрән эҙ ҡалдырған, үҙ заманының алдынғы ҡарашлы мәғрифәтсеһе һәм күренекле дин әһеле дәрәжәһендә оло ихтирам яулаған тарихи шәхес. Уның ғәйәт бай, үҙенсәлекле һәм ҡатмарлы әҫәрҙәре милли һүҙ сәнғәтебеҙ үҫешендә оло бер этап, яңы баҫҡыс булып тора.
Шағирҙың ижадына тормошсанлыҡ, донъяуи дөрөҫлөк, мәғрифәтселек һәм дини әҙәбиәткә ҡыйыу мөрәжәғәт итеү, шулай уҡ суфыйсылыҡ элементтары хас. Шул уҡ ваҡытта уның шиғриәтендә, сәсмә әҫәрҙәрендә милли тойғо, башҡортлоҡ рухы көслө сағыла. Ике быуат элек ижад иткән милләттәшебеҙҙең берҙәмлеккә, белемгә, рухи үҫешкә өндәгән һүҙҙәре әле лә актуаль.
Республикабыҙҙа Ғәли Соҡоройҙоң яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү, ижадын өйрәнеү буйынса маҡсатлы эштәр башҡарыла. Шағирҙың киләсәк быуындарға ҡалдырған бай әҙәби мираҫы ғалимдар, әҙәбиәтселәр тарафынан ентекләп өйрәнелә, нәшер ителә, уның әҫәрҙәре уҡыу программаһына индерелгән. Ҡулъяҙмалары, китаптары, шиғырҙары архив материалдарында тупланып, китапханаларҙа урын алды. Тыуған ауылы Иҫке Соҡорҙа мәсет, Үрге Тәтешлелә башҡорт гимназияһы, үҙәк урамдарҙың береһе уның исемен йөрөтә, музейы эшләй.